

22 майҙа Салауат башҡорт драма театры 92-се миҙгелен Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса «Зәйтүнә» спектакленең премьераһы менән тамамлай. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән спектакль Миәкә районы ҡыҙы Зәйтүнә Әлбаеваның батырлығы хаҡында һөйләй. Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үҙ теләге менән Сталинград фронтына юллана. 1942 йылдың 9 авгусында Зәйтүнә Ҡалмыҡ АССР-ы Садовое ауылы эргәһендәге Песчанка ҡалҡыулығына хәрби дежурға баҫа. Шул көндә ауылға немецтарҙың моторизацияланған разведка отряды бәреп инә. Актриса булырға хыялланған сибек ҡыҙ винтовка һәм 30 патрон тотоп, яҡшы ҡоралланған фашистарға ҡаршы тора. Ул бер аҙым да артҡа сигенмәй. Гитлерсыларҙың береһе уға арттан яҡынлаша һәм автомат менән атып үлтерә. 20 йәшлек Зәйтүнә Әлбаеваның «Ҡыҙҙар, бәхил булығыҙ, Тыуған ил өсөн үләм!» тигән һуңғы һүҙҙәре уның батырлығы һәм илгә тоғролоғо символына әүерелә.
Был тарихты режиссер Рафаэль Ғәйнуллинға Сибай башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы Валерий Яшкулов һөйләп бирә.
— Валерий Борисович 20 йәшлек яҡташыбыҙ Зәйтүнә Әлбаева тураһында ғәжәйеп тарих менән уртаҡлашты, – тине режиссер. – Был миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға беҙ уның буйынса спектакль ҡуйырға булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Валерий Борисович арабыҙҙан китте, әммә ул постановка эскиздарын эшләргә өлгөрҙө. Һуғыш сыҡмаһа, театр курсы студенты Зәйтүнә бөйөк актриса булыр ине, бәлки.
Былтыр ноябрҙә театр етәкселеге билдәле драматург Сәрүәр Суринанан ошо хаҡта пьеса яҙыуын һорай.
Архив материалдары, тыуған илендә эҙләнеү эштәре һәм туғандарының тырышлығы менән Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлбаеваның исеме билдәле булды. Әле тормош иптәше менән Германияла йәшәгән туғаны Зәйтүнә Аретҡолованың ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә батыр яҡташыбыҙҙың ерләнгән урынын табыуға һәм исемен тыуған иленә ҡайтарыуға өлгәшелә.
Премьераға Зәйтүнә Әлбаеваның туғандары һәм «Миәкә хәтере» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Вильсур Нафиҡов килә, ул республика һәм Ҡалмыҡстан архивтары менән бергә героиняның һөлдәһен эҙләү менән шөғөлләнде. Театр фойеһында Стәрлетамаҡтың «Ҡара генерал» эҙәрмәндәр отрядының күргәҙмәһе асыла.




© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.