

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Һомай» хиты менән республиканы бар донъяға танытҡан Ay Yola төркөмөн «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне. Бөгөн йәмәғәт ойошмаһы ағзалары музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов менән осрашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла. Әйткәндәй, Ринат Рамаҙанов, «Арғымаҡ» төркөмө солисы булған саҡта, 2019 йылда «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә еңгәндән һуң ошо миҙал менән бүләкләнгәйне.
Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Ay Yola төркөмө музыканттарына маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уларҙың беренсе альбомы башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Миллионлаған кеше тыңлаған йыр изге мифик ҡош Һомайға арналған. Ул төп геройға яуыз көстәр менән көрәшкәндә ярҙамлаша.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.