Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарын юғары исемдәр менән бүләкләйәсәк. Ошо туралағы указға ҡул ҡуйыуы хаҡында республика Башлығы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
— Республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға. Беҙҙең Әй Йола» төркөмө «Һомай» хиты менән бөтә донъяны яуланы. Афариндар! Миңә лә йырҙарын ебәрҙеләр. Төркөмдө Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән артистар булдырған. Уларға республикабыҙ мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн рәхмәтемде белдерәм, — тине Радий Хәбиров.
Ринат Рамаҙановҡа — «Башҡортостандың халыҡ артисы», ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» званиеһы биреләсәк. Артистарға наградалар тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.
«Әй Йола» төркөмө йырҙарын интернетта миллион тапҡыр ҡарағандар. «Һомай» хиты Shazam сервисында дүртенсе урынға күтәрелһә, «Яндекс. Музыка» чартында алдынғылыҡты яуланы. Йырсы төрлө илдәрҙә һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә төрлө телдә башҡарҙылар. Ошо көндәрҙә ижади трио яңы йыр сығарыуы хаҡында хәбәр итте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.