

Ay Yola төркөмөн Мәскәүҙең төп урамдарында күрергә мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һомай» йыры Рәсәй хит-парадында беренсе урынды биләй, композиция Джиган, Анна Асти һәм башҡаларҙы, ә донъя чартында Леди Гага, Бруно Марсты һәм башҡа йырсыларҙы ла уҙып китте.
— Беҙҙе һәр ерҙә яҡшы ҡаршы алалар, ресторандарҙа таныйҙар, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлайҙар. Беҙ аҙна буйына федераль киң мәғлүмәт сараларына саҡыралар — журналдар өсөн фотоға төшәбеҙ, телевидениела ток-шоуҙа ҡатнашабыҙ. Мәскәүҙән ҡайтҡас, клип төшөрә башлайбыҙ, — тип һөйләне «Башинформ»ға музыкант Ринат Рамаҙанов. — Социаль селтәрҙәрҙә фанаттар беҙҙең снипеттарҙан клип эшләгән, әйткәндәй, уны 7 миллион тапҡыр ҡарағандар. Мин студент сағымдан уҡ башҡорттар, ҡурай, Урал батыр хаҡында республикабыҙҙан ситтә лә танылыу яулар тип әйтә торғайным.
Бынан алдараҡ Башинформ Ay Yola төркөмөнөң «Һомай» йырына клип төшөрөргә әҙерләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.