08:11 (UTC+5), 04 Апреля 2025

Ay Yola төркөмө «Һомай» йырына клип төшөрә

Ләйлә Аралбаева

 Ay Yola төркөмө үҙенең яңы альбомынан «Һомай» йырына клип төшөрә. Донъя чарттарында юғары баҫҡыстарға күтәрелгән йыр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Клипты апрель уртаһында төшөрә башлау күҙаллана, тип хәбәр итте «Башинформ»ға музыкант Ринат Рамазанов.

— Беҙ клипты апрель урталарында төшөрә башларға уйлайбыҙ. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙмалар клип түгел, ә ҡыҫҡа снипеттар ғына. Пират роликтарын миллионлаған тапҡыр ҡарағандар инде, — тип һөйләне Ринат Рамазанов. — Үҙебеҙҙең клипта Башҡортостандың гүзәллеген, башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы мотивтарын күрһәтергә теләйбеҙ. Тотош илдән йыйылма команда туплайбыҙ. Был турала ентекләберәк һуңынан һөйләрбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бар донъяла миллионлаған тапҡыр ҡаралған «Һомай» йырын башҡорт мәҙәниәте символы тип атайҙар. Йырҙы Өфөнөң билдәле музыканттары башҡара: Ринат Рамазанов, Адель Шәйхетдинова — солист, Руслан Шәйхетдинов (DJ Руслан Север) — проекттың музыкаль продюсеры. Башҡортса текстың авторы — Диана Килдина. Ay Yola төркөмөнөң «Һомай» йырын рус телендә лә йырлайҙар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән «Һомай» йырының тәүге тапҡыр федераль радио ротацияһына эләгеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-04/bashkirskaya-gruppa-ay-yola-budet-snimat-klip-na-pesnyu-homay-4184156

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика