08:37 (UTC+5), 24 Марта 2025

Башҡортостан Башлығы Керчь ҡушаматлы ат тураһында ижади проект эшләргә ҡушты

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Башлығы Керчь ҡушаматлы хәрби ат тураһында ижади проект эшләргә ҡушты. Ял көндәрендә ул Миәкә районына Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан берҙән-бер аттың һәйкәлен ҡарарға барҙы.

— Мине 1941 йылдың декабрендә мобилизацияланып, 1947 йылда тыуған яғына ҡайтҡан легендар Керчь тураһында тарих хайран ҡалдырҙы. Берлинға барып еткән һәм тағы ике йыл хеҙмәт иткән, — тип уртаҡлашты Радий Хәбиров. — Мин телевидениеға һәм кинематографҡа дәүләт заказы бирҙем. Был аттың тарихы бик үҙенсәлекле. Әйҙәгеҙ, фильм төшөрәйек.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендә Мөнир Ҡунафиндың легендар атҡа арналған пьесаһы буйынса спектакль бара.

 — Унда яныма бер ир килде, уның атаһы ла Керчь хужаларының береһе булған. Башҡаларҙан да һорашырға кәрәк. Барыһына ла тәҡдим итәм. Шәп һәйкәл, тирә-яғы таҙа, янында ғына мәктәп, ҡыуанып ҡайттым, — тине Радий Хәбиров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Өфөлә «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакленең премьераһы күрһәтелде. 

Спектаклдең төп геройы — Миәкә районының Илсеғол ауылынан Ҡорос (Керчь) ҡушаматлы яугир ат. Керчь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер аты була. Дүрт йыл эсендә Керчь Уралдан Берлинғаса хәрби юл үтеп, ике тапҡыр яралана. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының хәтирәләре буйынса, Керчь башҡа аттарҙан ныҡ һәм сыҙамлы булыуы менән айырылып тора, айғыр холҡо менән дә үҙен күрһәтә - ул бары бер хужаға ғына буйһона. 1947 йылда Керчтың героик хәрби юлы тураһында белеп ҡалған маршал Семен Буденный айғырҙы һоло менән тәьмин итеп, тыуған Илсеғол ауылына ҡайтарырға ҡуша. Һуғыштан һуң Керчь күп йылдар колхозда тир түгә. Легендар ат 23 йыл йәшәй.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-03-24/glava-bashkirii-sdelal-goszakaz-na-proekt-o-legendarnom-kone-kerch-4169557

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика