Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.68
-0.15
89.66
-0.89
73.63
-0.4
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2023, 15:45

Өфөлә «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакленең премьераһы уҙҙы

Өфөлә Башҡорт драма театры сәхнәһендә «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакленең премьераһы күрһәтелде. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры коллективы баш ҡала тамашасыһына уҙған миҙгелдең яңы постановкаһын тәҡдим итте.

Спектаклдең төп геройы — Миәкә районының Илсеғол ауылынан Ҡорос (Керчь) ҡушаматлы яугир ат. Керчь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер аты була. Дүрт йыл эсендә Керчь Уралдан Берлинғаса хәрби юл үтеп, ике тапҡыр яралана. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының хәтирәләре буйынса, Керчь башҡа аттарҙан ныҡ һәм сыҙамлы булыуы менән айырылып тора, айғыр холҡо менән дә үҙен күрһәтә - ул бары бер хужаға ғына буйһона. 1947 йылда Керчтың героик хәрби юлы тураһында белеп ҡалған маршал Семен Буденный айғырҙы һоло менән тәьмин итеп, тыуған Илсеғол ауылына ҡайтарырға ҡуша. Һуғыштан һуң Керчь күп йылдар колхозда тир түгә. Легендар ат 23 йыл йәшәй.

— Пьесамдың спектакле өҫтөндә ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов менән бергә эшләнек, — ти драматург, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Мөнир Ҡунафин. —  Яңыраҡ был пьеса Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк менән «Бер ғүмер етмәй икән» тигән яңы китабымда баҫылып сыҡты.

Спектаклдә Керчь ролен йәш актер Фәнил Ҡарасурин башҡара.

Илсеғол ауылында данлыҡлы яугир атты онотмайҙар. Ауыл халҡы йыл һайын Еңеү көнөндә Илсеғол ауыл советы бинаһында легендар ат хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа сәскә килтерә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-15/v-ufe-proshla-premiera-spektaklya-o-boevom-kone-kerch-3521729

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: