Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
15+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2024, 11:26

90 йәшлек актриса һәм педагог Фәрдүнә Ҡасимова Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды

Иван Косогорцев
Фото:Иван Косогорцев

Башҡортостанда билдәле актриса һәм педагог Фәрдүнә Ҡасимоваға Өфөнөң почетлы гражданы тигән исем бирелде. Бөгөн, 25 декабрҙә, Өфө ҡала советы депутаттары сираттағы ултырышта шундай ҡарар ҡабул итте.

Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы институттың театр факультетын ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Ул 48 йыл эшләү осоронда 500-гә яҡын актёр һәм режиссёр әҙерләгән. Ә 129-ы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә маҡтаулы исемдәргә эйә.

Режиссёр булараҡ Фәрдүнә Ҡасимова Башҡортостандың театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерҙе. 1984 йылда – «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», 2003 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. 2007 йылдың мартында талантлы актриса, педагог һәм режиссер СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Царев исемендәге Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһы лауреаты булды.

Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы шулай уҡ Башҡортостандың профессиональ һәм халыҡ театрҙарында 30-ҙан ашыу спектакль сәхнәләштерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-25/90-letnyaya-aktrisa-i-pedagog-farduna-kasimova-stala-pochetnym-grazhdaninom-ufy-4066290

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: