Махсус хәрби операция барышында башҡорт яҙыусыһы Сабит Фазлыев һәләк булған. «Башинформ» агентлығына БР Яҙыусылар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ул 2024 йылдың ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Сабит Мағаз улы 26 декабрҙә Ейәнсура районында ерләнәсәк.
Сабит Мағаз улы Фазлыев 1969 йылдың 8 июнендә Ейәнсура районы Иҙәш ауылында тыуған. 1986 йылда Үтәғол урта мәктәбен тамамлағас, Оренбург училищеһында водитель һөнәрен үҙләштерә. Артабан Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын 90-сы йылдарҙа Салауат исемендәге колхозда шофер булып башлай. 2007 йылда БДУ-ның Сибай филиалының тарих факультетында ситтән тороп уҡыуҙы тамамлай. 2005–2012 йылдарҙа Иҙәш мәктәбендә тарих фәненән уҡыта. Артабан өс йыл директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2015—2023 йылдарҙа Ейәнсура районының Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара. Ижад менән әүҙем шөғөлләнә, күп хикәйәләре республика баҫмаларында донъя күрә, әҙәби конкурстарҙа еңеү яулай. Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы була.
Сабит Фазлыев XX быуаттың 30-40-сы йылдарындағы ваҡиғалар хаҡында «Ҡара этап» («Ҡара этап») роман ижад итеп, башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын яулай. 2012 йылда ижад ителгән әҫәр — башҡорт әҙәбиәтендә иң әһәмиәтле романдарҙың береһе, тип иҫәпләнә. Романда коллективлаштырыу, ер тартып алыу, крәҫтиәндең яҙмышы, репрессиялар, Себер һөргөнө, тыл, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ауыл хаҡында бәйән ителә. Әҫәр ерле халыҡтың һутлы теле менән, ауыҙ-тел ижадының художестволы саралары ярҙамында яҙылған.
— Сабит Фазлыевтың ижады хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә айырым урын алып тора. Уның «Ҡара этап» романы журнал вариантында баҫылып сыҡҡас, күренекле яҙыусыларҙан юғары баһа ала. Бик күп конференциялар ошо әҫәргә арналды, ә авторҙы ижади осрашыуҙарға йыш саҡырҙылар, — тип һөйләй Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. — Әҙәбиәтебеҙ өсөн ҙур юғалтыу. Сабит Мәғәз улының ижади мөмкинлектәре ғәйәт ҙур ине. Уның повесы хәҙер рус телендә баҫмаға әҙерләнә. Батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, әҙәби мираҫын киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-23/na-svo-pogib-pisatel-iz-bashkirii-4064558
Автор: Ләйлә Аралбаева