Арабыҙҙан 60-сы йәшендә билдәле яҙыусы һәм журналист Рәлис Ураҙғолов китеп барҙы. Ауыр хәбәр менән БР Яҙыусылар союзында уртаҡлаштылар.
Ураҙғолов Рәлис Ришат улы 1965 йылдың 10 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Журналист, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. БР Журналистар союзы, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәлис Ураҙғолов 1996 йылда БДУ-ны тамамлай. 1985–1987 йылдарҙа тыуған ауылының мәҙәниәт усағында директор булып эшләй. 1992 йылдан алып «Трудовая Слава» («Кармаскалинская новь») гәзите хеҙмәткәре, ошо уҡ йылдың мартынан гәзит бүлеге мөдире, 1993—2000 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә (1994 йылдан бүлек мөдире), 2006—2007 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында, 2007 йылдан «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.
Экология һәм иҡтисади проблемалар буйынса публицистик мәҡәләләр һәм очерктар авторы. Рәлис Ураҙғолов республикабыҙҙа «Аслыҡ», «Һуңғы йәйләү», «Кеше яҙмыштары» әҫәрҙәре авторы булараҡ билдәле.
«Рәлис Ураҙғолов — заманыбыҙҙың талантлы прозаиктарының береһе, уның әҫәрҙәре яҡтыртҡан ваҡиғалар масштабы, тел байлығы менән айырылып тора», — тип билдәләне Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. – Рәлис Ришат улы менән «Башҡортостан» гәзите редакцияһында биш йыл бергә эшләү бәхетенә эйә булдым, бер кабинетта ултырып ижад иттек. Бергәләп республика, Рәсәй буйлап ижади командировкаларға сыҡтыҡ. Ир иҫ киткес тыйнаҡ, сикһеҙ талантлы ине. Бөтә республика йәмәғәтселеге был аяныслы юғалтыуға ҡайғыра.
Рәлис Ураҙғолов ҡатыны Нурия менән биш бала тәрбиәләп үҫтерә, өлкән улы Тимерғәле Ураҙғолов — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Яҙыусыны һуңғы юлға тыуған яғында — Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында оҙатасаҡтар.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Автор: Ләйлә Аралбаева.