Өфөнән Артур Иҙелбаев Беренсе канал ойошторған «Советтар Союзы мөхәббәте» фильмына иң яҡшы рецензиялар конкурсының беренсе этабы еңеүселәренең береһе булды. Таҫма 1930 йылдарҙа СССР-ҙың уйлап сығарылған театр һәм кино актрисаһы Галина Коврова тураһында. Уның персонажы Любовь Орлова һәм Валентина Серованың биографияһына нигеҙләнгән.
«Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәгенең генераль директоры социаль селтәрҙә фильм тураһында фекере менән уртаҡлашҡан. Иҙелбаев киноның заман һулышын һәм геройҙарҙың прототиптары тормошон нескә итеп сағылдырыуын билдәләгән.
«Был фильмға мине кинйә ҡыҙым алып барҙы. Беҙ һуғыш, совет осоро тураһында фильмдарға даими йөрөйбөҙ. Картинаны ҡарағандан һуң уның менән оҙаҡ ҡына фекер алышып ултырҙыҡ, уға ла бик оҡшаны. Фильм 30-сы йылдар аҙағы — 40-сы йылдар башындағы театр һәм кино йондоҙо Валентина Серова тураһында. Хатта абруйлы баҫмаларҙа донъя күргән рецензияларҙа Галина Коврованың йыйылма образ булыуы хаҡында яҙалар. Актрисаның биографияһы билдәле – башта сағыу һәм аҙаҡтан бик романтик түгел. Аңлашыла, фильмда уның матур өлөшө генә күрһәтелгән», — тине Артур Иҙелбаев.
Билдәле булыуынса, еңеүсе Рәсәй маркетплейсының 100 мең һумлыҡ сертификаты менән бүләкләнгән.
«Конкурс хаҡында баһалама яҙғандан һуң бер нисә көн үткәс белдем һәм ғариза ебәрергә булдым. Ошо көндәрҙә миңә ойоштороусылар видеобәйләнеш аша шылтыратып, шәп яңылыҡ менән һөйөндөрҙө. Сертификатты ниндәй бүләк өсөн тотоноуҙы ҡыҙым үҙе һайлаһын», - тине Артур Иҙелбаев.