XII «Болғар радиоһы» милли музыкаль премияһын тапшырыу тантанаһында популяр эстрада йырсыһы Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) ижады юғары баһаланды. Музыкаль ваҡиға 14 декабрҙә Ҡазандың «Пирамида» мәҙәни-күңел асыу комплексында уҙҙы. Музыка өлкәһенең иң сағыу һәм талантлы вәкилдәре наградаларға лайыҡ булды.
«Ижадыма юғары баһа биргәнегеҙ һәм матур музыка байрамы өсөн рәхмәт белдерәм, һәм, әлбиттә, тыңлаусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен», — тип яҙҙы йырсы телеграм-каналда.
Милли премия сайтында хәбәр ителеүенсә, «Болғар радиоһы»ның телевизион версияһын 2025 йылдың 1-2 ғинуарында «ТНВ-Татарстан» телеканалында ҡарарға мөмкин.
12+