2024 йылда Бишбүләк районының Ҡош-Йылға ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә урындағы мәҙәниәт йорто капиталь төҙөкләндерелде. Бөгөн, 11 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районы буйлап эш сәфәре барышында бында башҡарылған эштәр менән танышты.
Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов һүҙҙәренсә, мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау өсөн 28 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Шулай уҡ тамашасылар залы өсөн яңы креслолар һәм сәхнә кейемдәре һатып алынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Ҡош-Йылға ауылы халҡы республика Башлығы менән «Тура бәйләнеш»кә клубты ремонтлауҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Бер нисә ауыл клубының халыҡ коллективтары рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм мордва телдәрендә Бишбүләк районы гимнын башҡарҙы. Районда тап ошо милләт вәкилдәре күп, бында телдәрҙе, мәҙәниәтте һәм традицияларҙы һаҡлауға етди иғтибар бүленә.
«Беҙҙең Башҡортостан күп төрлө мәҙәниәте менән дан тота, бында йөҙҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Был – иң төп байлығыбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
Ауыл клубында урынлашҡан китапханала республика етәксеһе уҡыусылар менән аралашты, балалар сыуаш телендә шиғырҙар һөйләне һәм сыуаш халҡының милли баш кейемен бүләк итте.
Радий Хәбиров туған телдәрҙе өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләне һәм Бишбүләк районында сыуаш полилингваль гимназияһын асырға йыйыныуҙары хаҡында әйтте.
Ҡош-Йылға халҡы Радий Хәбировҡа районға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ ауылда мобиль элемтә вышкаһын ҡуйыу мөмкинлеген ҡарауын һораны.
Республика Башлығы уларҙың үтенесен ҡарарға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Ауыл халҡы шулай уҡ юлдарҙы төҙөкләндереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Был мәсьәләне район башлығы менән ентекле тикшерермен, тип билдәләне Радий Хәбиров.