Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2024, 17:21

Башҡортостандың халыҡ артисы етәкселегендәге хәрби оркестр Мәскәүҙә сығыш яһаны

видеонан скриншот
Фото: видеонан скриншот

Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Шаһмөхәмәтов етәкселегендәге хәрби оркестр Мәскәүҙә сығыш яһаны. Был турала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

– Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был көндө Беренсе каналдың тура эфирында Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанынан Башҡортостандың халыҡ артисы, полковник Азат Шаһмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестрынан ҡотлау алыу бик ҡыуаныслы, – тип яҙҙы Әминә Шафиҡова.

Бынан алда «Башинформ» Өфөлә Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналар уҙыуы тураһында хәбәр иткәйне. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-09/voennyy-orkestr-pod-rukovodstvom-narodnogo-artista-bashkirii-vystupil-v-moskve-4044318

Видео: Әминә Шафиҡова
Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас