Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2024, 10:22

Элвин Грей Эльбрус менән яңы йыр яҙҙыра

Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Кавказ башҡарыусыһы Эльбрус Джанмирзоев менән яңы йырға клип төшөрөүе тураһында хәбәр итте.

— Бөгөн беҙ Эльбрус менән бергә йыр яҙҙырабыҙ, — тине Элвин Грей. — Йыр 20 декабрҙә сыға.

Башҡортостандың халыҡ артисы шулай уҡ аҙна һайын яңы йырҙары сығыуын билдәләне. Мәҫәлән, ноябрҙә Элвин Гүзәл Уразова менән яҙҙырылған өр-яңы йырын тәҡдим итте.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Элвин Грей сәләмәтлеге менән проблемалары булыуға бәйле Башҡортостандағы концерттарын күсерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-02/elvin-grey-anonsiroval-premieru-novoy-pesni-s-elbrusom-4033678

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас