Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
07:05 (UTC+5), 13 Ноябрь 2024

Өфөлә Рәшит Шәкүр китабының исем туйы була

Ләйлә Аралбаева

20 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡорт халыҡ ижады хазиналары» китабының исем туйы була. Китаптың авторы һәм төҙөүсеһе – билдәле ғалим-энциклопедист, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рәшит Шәкүр.

Йыйынтыҡҡа йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, көйҙәрҙең тарихы, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр, эпик әҫәрҙәр ингән. Быларҙы ул уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан башлап, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан йыйған. Авторҙың фольклор экспедициялары тураһында яҙмалары «Юлдар миңә йырҙар бүләк итә» тигән айырым бүлектә бирелгән.

– Китаптың тышлығында –  Рәшит Шәкүровтың әсәһе Мәсрүрә Харрас ҡыҙы Шәкүрова-Смаҡова. Уны фотоға 1981 йылда атаһы менән берлектәге экспедиция барышында фоторәссам Рәмил Килмәмәтов төшөргән (Әлшәй районының Ҡармыш ауылы). Эштең исеме – «Йолаларҙы һаҡлаусы», – тип һөйләне проект етәксеһе – Рәшит Шәкүрҙең ҡыҙы, Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова.  

Китап Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ғалим-остаз, фольклорсы Рәшит Шәкүровтың ярты быуатлыҡ яҙыу дәфтәрендә тупланған халыҡ ижады хазиналары» проектына ярашлы донъя күргән.

Китаптың исем туйы көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

6+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-12/v-ufe-sostoitsya-prezentatsiya-knigi-rashita-shakura-4005167

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика