14 ноябрҙә Милли музейҙа «Нағышлы Башҡортостан» күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла 2024 йылда ошо уҡ исемдәге республика фестивалендә ҡатнашҡан райондарҙың карталарын күрергә мөмкин.
Башҡортостан Милли музейының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был 2023 йылда республика етәксеһе Радий Хәбиров грантына тормошҡа ашырылған «Башҡортостандың нағышлы картаһы» республика проектының дауамы булды. Проект шулай уҡ Чебоксар ҡалаһында үткән «Нағышлы Рәсәй» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашты.
Күргәҙмә проектын Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музейы булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.
Күҙ яуын алырлыҡ карталарҙың авторҙары — республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡул эше оҫталары, профессиональ рәссамдар, шулай уҡ ижади студиялар, берләшмәләр, коллективтар, оҫтаханалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, музейҙар вәкилдәре. Ошо эшкә йәмғеһе 500-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән.
Күргәҙмә сәғәт 4-тә асыла.
0+