Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Мәҙәниәт
6 Ноября 2024, 06:18

Силәбелә башҡорттар тураһында яңы китаптың исем туйы уҙҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте

Ошо көндәрҙә Силәбелә «Ҡоншаҡ районының күренекле башҡорттары» китабының исем туйы уҙҙы. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Был — Көньяҡ Уралда билдәле журналист, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Хәбировтың Ҡоншаҡ районының данлыҡлы башҡорттары тураһында тәүге китабы. Автор бар ғүмерен башҡорт мәҙәниәтен, этнографияһын, фольклорын өйрәнеүгә арнаған.

Силәбелә уҙған исем туйында тыуған яҡты өйрәнеүселәр, яҙыусылар, этнографтар: Әлфир Байымов, Варис Сиражетдинов, Михаил Воронов, Сәлиә Сәфиуллина, Рәшит Хәкимов, Владислав Камалов ҡатнашты.

Китаптың инеш һүҙендә профессор Ханахмед Гюлов былай тип яҙа: «Башҡорттар мине үҙҙәренең ихласлығы һәм боронғо бай тарихы менән ғорурланыуы менән арбап алды. Ҡоншаҡ районы - Башҡорт ере... Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелелек яулаған эшмәкәрҙәр Әбделҡадир Инан, Ҡадир Даян, Ҡадир Тимерғәзин, Эмма Тимерғәзинаның тыуған ере ул. Барыһын да һанап бөтөп булмай. Ошондай бай мираҫтың районға ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел».

Китапҡа Ҡоншаҡ районының XX быуатта йәшәгән танылған шәхестәре хаҡында 20-нән ашыу очерк ингән.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә Башҡортостан әҙәбиәтен тәржемә итеү конкурсына йомғаҡ яһауҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-05/v-chelyabinske-prezentovali-novuyu-knigu-o-bashkirah-3996857

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас