Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
08:32 (UTC+5), 05 Ноября 2024

Өфөлә Айрат Абушахманов спектаклдәре аҙналығы бара

Ләйлә Аралбаева

4-9 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында театрҙың баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығы үткәрелә. Театр сәхнәһендә Айрат Әхтәм улының иң яҡшы һәм популяр спектаклдәре күрһәтелә, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Юбилей аҙналығы репертуарҙың иң популяр спектакле Хәлисә Мөҙәрисованың повесы буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (16+) менән асылды. Уның премьераһы 2012 йылдың 19 апрелендә булды. «Бәхет хаҡы» спектакле 12 йылдан ашыу ҙур уңыш менән бара, ә 2024 йылдың 4 ноябрендә мелодрама 190-сы тапҡыр күрһәтелде.

Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектакле (16+) сәхнәләштерелә. Иртәгә иһә Зифа Ҡадированың повесы буйынса «Һинһеҙ килгән яҙҙар» мелодрамаһы (16+) ҡуйыла. 7 ноябрҙә театр сәхнәһендә ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса «Джут. Һуңғы йәйләү» спектаклен (16+) ҡарарға мөмкин. Юбилей аҙналығының бишенсе көнөндә Айгөл Әхмәтғәлиеваның пьесаһы буйынса «Ул бит кисә ине» лирик комедияһы (12+) күрһәтелә. Айрат Әхтәм улы был пьесаны Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театрында ла сәхнәләштерҙе. Режиссерҙың юбилейы уңайынан Өфө һәм Ырымбур театрҙары ижади проект әҙерләне — Дилара ролен Ырымбур татар драма театры актрисаһы Әлиә Салпикова уйнай.

9 ноябрҙә театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әхтәм улы Абушахманов үҙенең 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә. Аҙналыҡ Таңсулпан Ғарипованың роман-пенталогияһы буйынса «Бөйрәкәй» спектакле (16+) менән тамамлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-11-03/v-ufe-proydet-yubileynaya-nedelya-ayrata-abushahmanova-3992348

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика