12:02 (UTC+5), 01 Ноября 2024

Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә Гран-при яуланы

Фото: Фәрзәнә Утарбаева
Инсаф Хужабиргәнов

30 октябрҙә Краснодарҙа XX «Молодой киновек» халыҡ-ара һәүәҫкәр һәм профессиональ фильмдар кинофестивале еңеүселәре бүләкләнде. Фестивалдә бар донъянан 500-ҙән ашыу фильм ҡатнашты. Ойоштороусылар булып Краснодар крайының Мәҙәниәт министрлығы һәм губернаторы сығыш яһаны.

Фестивалдә Гран-приҙы Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы яуланы. Төп бүләкте һәм статуэтканы уға Краснодар крайының мәҙәниәт министры Виктория Лапина тапшырҙы.

Фильмдың режиссеры ла, сценарий авторы ла үҙем, ти Фәрзәнә Утарбаева.

– Минең фильмды юғары баһалағандары өсөн бик бәхетлемен, сөнки был эшкә күп көс һалдым. Һәр фильмымды тамашасыға төп мәғәнәне еткереү өсөн күңелемде һалып һәм яратып төшөрәм, –  тине Фәрзәнә. – Бүләкләү тантанаһынан һуң минең фильмды күрһәттеләр, мин быны көтмәгәйнем. Тамашасылар яныма килеп ҡотланы, актерҙар тураһында һорашты. Шулай уҡ актер Риф Сәйфуллиндың эшен юғары баһаланылар. Ижади төркөмгә һәм актерҙарға оло рәхмәтемде белдерәм.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Нигеҙ» фильмы «ЭФИР74» Бөтә Рәсәй кинофестивалендә еңеп сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-23/film-iz-bashkirii-pobedil-na-vserossiyskom-kinofestivale-efir74-3981031

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика