17:16 (UTC+5), 24 Октября 2024

Башҡортостанда төшөрөлгән фильм «ЭФИР74» Бөтә Рәсәй кинофестивалендә еңеү яуланы

Фото: Фәрзәнә Утарбаева
Инсаф Хужабиргәнов

Силәбелә тәбиғәт һәм кеше тураһында «ЭФИР74» XII Бөтә Рәсәй фестивале тамамланды. Быйыл фестивалдең эксперт советы донъяның 83 иленән килгән 1200-ҙән ашыу ғаризаны ҡараны. Исемлектә профессиональ киностудияларҙан һәм ирекле авторҙарҙан иң яҡшы 25 фильм бар ине.

Һигеҙ еңеүсе араһында — башҡорт режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы «Нигеҙ» фильмы. Кинокартина фестиваль партнерҙарынан бүләктәр менән баһаланды.

— Башҡорт кинематографын халыҡ-ара һәм Рәсәй фестивалдәрендә күрһәтеү — минең өсөн оло мәртәбә. Фильмдың юғары баһаланыуы өсөн бик шатмын. Кисә Краснодарҙан да шылтыраттылар, бүләкләү тантанаһына саҡырҙылар, — тип уңыштары менән уртаҡлашты Фәрзәнә Утарбаева.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл майҙа «Нигеҙ» фильмы Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды. Шулай уҡ Көньяҡ Кореяла бар донъянан ни бары 15 фильм һайлап алынған SMVFF (Supbatdeul Mountain Village Film Festival — Supbatdeul) кинофестивалендә күрһәтелде.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-10-23/film-iz-bashkirii-pobedil-na-vserossiyskom-kinofestivale-efir74-3981031

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика