21 ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында композитор Шәүрә Сәғитованың Илмар Әлмөхәмәтов либреттоһына ижад иткән «Төньяҡ амурҙары» операһы сәхнәләштерелә. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Наполеон һуғышы осоронда француздар башҡорт яугирҙәрен уҡ-һаҙаҡтан мәргән атҡаны өсөн төньяҡ амурҙары тип йөрөткән. Опера башҡорт полктарының 1812 йылғы Ваатан һуғышында ҡатнашыуына арнала.
«Был бөйөк тарихи ваҡиғаға тос өлөш индергән башҡорт яугирҙәре тураһында заманса милли опера, — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. — Сюжет ҡыйыу башҡорт яугиренең тормош юлына нигеҙләнгән. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үткән, бар һынауҙарҙы еңеп, тыуған яғына ҡайтҡан».
Операның авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы Шәүрә Сәғитова.