Мәләүез районында билдәле башҡорт яҙыусыһы Булат Рафиҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған әҙәби хәтер кисәһе үтте. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Сара арҙаҡлы яҡташтарының исемен йөрөткән мәктәп биләмәһендә, Булат Рафиҡов бюсы янында митинг менән башланды. Ҡатнашыусылар сәскәләр һалды һәм әҙипте бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Хәтер кисәһендә шиғырҙар, хәтирәләр, йылы рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Шулай уҡ тантаналы рәүештә Булат Рафиҡов исемендәге премиялар тапшырылды.
Быйыл Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Мәләүез ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы Юнир Аҙнағолов; үҙ йортонда шәхси музей асҡан Фәнисә Бикбаева; педагогик хеҙмәт ветераны, «Мәләүез таңдары» әҙәби берекмәһе ағзаһы, балалар өсөн китаптар авторы Гөлнур Шәрипова (Семенова) һәм Булат Рафиҡовтың тыуған ауылы Дәүләтҡолдан биҙә-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы Ғәйнулла Рахманғолов Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Юнир Аҙнағолов шулай уҡ «Кинйә Арыҫлановҡа 300 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнде.
Булат Рафиҡов исемендәге премия таланттлы яҡташтарына ике йылға бер тапҡыр бирелә.