Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:38 (UTC+5), 19 Сентября 2024

Өфөлә «Тамға» башҡорт костюмы конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы барышында «Тамға» IV халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы уҙҙы.

Финал ысын мәғәнәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамына әүерелде, тип хәбәр иттеләр халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән. Милли кейемдең матурлығын һәм төрлөлөгөн күрһәткән этно-дефиленан һуң конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды.

«Быйыл конкурс бик күп ғаиләле ҡатнашыусыларҙы йәлеп итте, һәм был осраҡлы түгел. Ғаилә йылында конкурс үҫешә һәм дүртенсе тапҡыр тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы, шул иҫәптән ғаиләләрҙе бергә туплай. Тимәк, ғаилә кәсебе, халыҡта ныҡлы традициялар бар», — тип билдәләне Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

Гран-приҙы Өфө районы оҫтаһы Гөлсөм Хөсәйенова алды. Еңеүсе 150 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

«Балалар кейеме — реконструкция» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исеменә Гөлгөнә Мәмбәтова (Ишембай), «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары — реконструкция» номинацияһында Әлиә Аллағолова (Өфө, Нуғай ауылы) лайыҡ булды.

«Башҡорт халыҡ кейеме — реконструкция» номинацияһында иң яҡшы ир-егеттәр кейемен — Роберт Хәмиҙуллин (Өфө районы), ҡатын-ҡыҙҙар кейемен Сәйҙә Әхтәмова (Балаҡатай районы) тәҡдим итте.

Быйыл ойоштороусылар тәүгә ижади ғаиләләр араһында конкурс үткәрҙе. Әлеге номинацияла беренсе дәрәжә лауреат дипломына Өфөнән Рауза Ғәлиуллина лайыҡ булды.

Тамашаны башҡорт эстрадаһы артистары Зәйнетдин шоу-проекты, Зилиә Бәхтиева, шулай уҡ Зәлиә Ғиниәтуллина һәм «Дарман» өлгөлө бейеү ансамбленең сығыштары биҙәне.

«Тамға» проекты 2020 йылдан алып бойомға ашырыла. Ошо йылдар эсендә унда Башҡортостан, Пермь крайы, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Мәскәү, Алматы, Милан ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн республикабыҙҙан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, шулай уҡ Италиянан һәм Төркиәнән 60-тан ашыу ғариза килгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-09-18/v-ufe-nazvali-pobediteley-konkursa-bashkirskogo-kostyuma-tam-a-3934782

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика