

Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнөн билдәләйҙәр. Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге яҙмаһы Радий Хәбиров тәҡдиме менән йылына ике тапҡыр — апрель һәм сентябрь айҙарында билдәләнгән ошо байрамға бағышлана.
«Башҡорттоң — елән, рустың — кафтан, татар ҡыҙҙары — ҡалфаҡ, ә мариҙар туника кейә. Республикабыҙҙа 160 милләт вәкиле йәшәй, һәр береһенең үҙ милли кейеме тарихы бар. Уның аша милләтеңдең тарихын өйрәнергә мөмкин. Бөгөн — Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың Милли кейеме көнө», — тип яҙа Андрей Назаров.
Республиканың министрҙар кабинеты етәксеһе этник кейемгә һорауҙың ҙур булыуын билдәләне. Башҡортостан предприятиелары был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә. «Ағиҙел» предприятиеһы, «Салауат» ательеһы, «Урал биҙәктәре» йәмғиәте һәм башҡа артелдәр, үҙмәшғүлдәр, энтузиастар милли кейем тегә.
«Шуныһы мөһим: республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары дәүләт ярҙамы саралары менән файҙалана ала. Сеймал һәм материалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн субсидиялайбыҙ. Бының өсөн республика бюджетынан йыл һайын 150 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Бынан тыш, предприятиелар республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса финанс займын алыу мөмкинлегенә эйә, — тине премьер-министр. — Халыҡ художество кәсептәре предприятиеларына төбәк субсидияһының айырым төрө ҡаралған. Был маҡсатҡа беҙ йыл һайын 11 миллион һум бүләбеҙ. 2023 йылда 6 компания дәүләт ярҙамын алды, уларҙың яңы ҡорамал һәм сеймал һатып алыуға сығымы компенсацияланды».
Башҡортостанда тармаҡ үҫешә, тип билдәләне Андрей Назаров.
«Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңы быуыны үҫеп сығыуы ҡыуандыра, улар, милли һыҙаттарҙы һаҡлап, костюмдарға замансалыҡ өҫтәй. Мәҫәлән, вуз-ара кампустың «Дизайн һәм сәнғәт белеме» кафедраһы студенттары, мәҙәни мираҫ менән илһамланып, ысын мөғжизә тыуҙыра. Уларҙың коллекциялары хайран ҡалдыра, — тип билдәләне премьер-министр. — Бөгөн гардеробта этник кейемдең булыуы стиль билдәһе тип иҫәпләнә, был бик яҡшы. Милли кейемдәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, республикабыҙҙа йәшәгән милләттәрҙең үҙенсәлегенә һоҡланыу мөмкинлеге өсөн коллегаларыма рәхмәт белдерәм».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.