Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
07:03 (UTC+5), 15 Августа 2024

Башҡортостанда «Башҡорт аты» фестивалендә артистар махсус ижад ителгән йырҙы башҡарасаҡ

Бөгөн Баймаҡ районында Граф күле эргәһендә «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале башланды.

Артистар фестиваль өсөн махсус ижад ителгән йырҙы башҡарасаҡ. Йыр башҡорт халҡын һәм башҡорт атын данлаған сәйәхәтсе егет хаҡында. Тоғро аты уға дөрөҫ юл күрһәтә.

Музыкаль композицияны Вәсил Ғафаров яҙған, һүҙҙәре — Зөһрә Бураҡаева. Йәмғеһе фестивалдә башҡорт атына арналған өс яңы йыр яңғыраясаҡ.

– Беҙҙә һәр ҙур сара театрлаштырылған тамаша менән асыла. Ғәҙәттә, ижади коллектив ғәҙәти булмаған яңы тамаша уйлап сығарырға тырыша, шул иҫәптән музыка һәм вокаль-хореография композициялар йәһәтенән. Режиссер Сулпан Асҡарова «Башҡорт аты» фестиваленә лә яңы композиция яҙыу бурысын ҡуйҙы, ә мин һүҙҙәрҙе халыҡ стиленә ярашлы яҙҙым, йыр юлдары киң билдәле әйтемдән башлана: «Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар». Ауыр ваҡытта бик актуаль яңғырай. Вәсил Ғафаров менән күптән эшләйбеҙ, уға артыҡ аңлатыу кәрәкмәй – уй-фекерҙәремде яҙмаларҙан аңлап ҡабул итә. Шулай итеп, ике көндән йыр тыуҙы, уның ғүмере оҙон булыр тип ышанам, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Зөһрә Бураҡаева.

Фестиваль программаһында «Зәйнетдин» шоу-проекты, «Бишбармаҡ» оркестры, «Рафстайл» барабансылар шоуы һәм диджей Наил Башстайл бар. Шулай уҡ думбырасы Раян Хөснуллин, Тимур Рамаҙанов һәм Зилиә Бәхтиева, шулай уҡ «Сибай», «Уралтау», «Ирандек» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре һәм «Саптар» өлгөлө хореография студияһы, «Эдельвейс» эстрада хореография төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Ойоштороусылар «Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар» музыкаль-спорт театрлаштырылған тамашаһы әҙерләгән. Спектакль джигитовканы һәм артистарҙың сығыштарын берләштерә.

Автор: Ләйлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-15/v-bashkirii-artisty-spoyut-na-festivale-bashkort-aty-spetsialno-sochinennuyu-pesnyu-3885729

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика