10:54 (UTC+5), 25 Июня 2024

Башҡорт драма театрының спектакле Чечняла «Федерация» фестивалендә ҡатнаша

Ләйлә Аралбаева

2024 йылдың сентябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Чечен Республикаһының баш ҡалаһында милли театрҙарҙың «Федерация» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Спектакль 10 сентябрҙә Грозныйҙа Х.Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт драма театры сәхнәһендә күрһәтелә.

Фестивалдә сығыш яһау өсөн илдең милли театрҙары коллективтарын танылған режиссерҙар, артистар һәм тәнҡитселәр ентекле һайлап ала. Йөҙләгән спектаклдең 10-ға яҡыны ғына финал программаһына индерелә. Улар араһында Айрат Абушахмановтың башҡорт әҙәбиәте классигы Таңсулпан Ғарипованың роман-пенталогияһы буйынса сәхнәләштерелгән «Бөйрәкәй» спектакле лә бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ спектаклдең премьераһы үтте.

— Башҡорт драма театры был фестивалгә ике тапҡыр саҡырылды: 2019 йылда башҡорт театры беренсе фестивалдә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән ҡатнашты, 2020 йылда иһә «Гөлбостан» спектакле һайлап алынды (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһына бәйле коллектив ҡатнашманы), — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Фестивалде Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Театр эшмәкәрҙәре союзы һәм Чечен Республикаһы хөкүмәте ойоштора.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-06-25/spektakl-bashkirskogo-dramteatra-pokazhut-na-festivale-federatsiya-v-chechne-3822372

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика