Башҡортостанда 25 телдә йырлаған һәләтле йәш йырсы Илдар Рәхимғолов вафат. Уға 35 йәш ине. Коллегалары хәбәр итеүенсә, уға инсульт булған.
Илдар Рәхимғолов — профессиональ йырсы, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Күпмелер ваҡыт Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән. Ул 25 телдә, төрлө стилдә йырлаған.
«Сәнғәт академияһында уҡыған осороңда иң талантлы, иң итәғәтле, тәрбиәле, тәртипле студенттар рәтендә булдың, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл дуҫым инең, мин ойошторған кисәләрҙең бер биҙәге булдың», «ул шул тиклем үҙ йондоҙона ышанды, уңыш тураһында хыялланды. Дуҫтарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Уның йырҙары мәңге беҙҙең йөрәктә», — тип яҙа социаль селтәрҙә коллегалары.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.