2025 йылда республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған юбилей саралары уҙғарыла. Тейешле бойороҡҡа республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Документ ойоштороу комитеты составын һәм юбилей сараларын әҙерләп үткәреү планын раҫлай. Сығымдар башҡарыусыларҙың сығымдар сметаһы һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Планға ярашлы, шағирәнең тыуған яғында — Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында музей асыу һәм бюст ҡуйыу ҡаралған. Өфө һәм Бүздәк ауылы урамдарының береһенә Туғыҙбаеваның исеме бирелә. Өфөлә — тантаналы кисә, райондарҙа шиғриәт кисәләре, ижади осрашыуҙар, конкурстар, китап күргәҙмәләре ойошторола. Башҡортостанда Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҫәргә балалар ижады конкурсы, тыуған районында иһә уның исемендәге премияға конкурс үткәрелә. Хөкүмәттә шағирәгә арналған китап-альбом сығарыу тураһында мәсьәләне ҡарау күҙаллана.
Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа йөкмәтелде.