Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
11:35 (UTC+5), 11 Марта 2024

Бында күңел йылыһы һалынған: Диана Гурцкая Өфөнөң һуҡырҙар өсөн китапханаһында булды

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында Өфөгә «Йөрәк саҡырыуы буйынса» һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү хәйриә фондының попечителлек советын ойоштороусы һәм президенты, «Аҡ таяҡ» халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая килде. 11 мартта ул IV «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумы сараларында ҡатнаша. Диана Гурцкая һәм уның ҡустыһы Роберт башта Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында булды.

Китапхана директоры Айгөл Әминева ҡунаҡтарға учреждениеның ҡыҙыҡлы залдарын һәм мөйөштәрен күрһәтте, китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлылыҡ менән таныштырҙы.

- Киләһе йылда беҙҙең китапханаға 90 йыл тула, бай тарихыбыҙ бар. Беҙҙә 5 меңдән ашыу уҡыусы, тотош республиканы хеҙмәтләндерәбеҙ. Беҙ социомәҙәни реабилитация үҙәге булып торабыҙ, үҙ эшебеҙ менән бик ғорурланабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ бында һәр ваҡыт үҙенә шөғөл таба - компьютер технологияларын үҙләштерә, Брайль шрифтын өйрәнә, кемдер спорт менән шөғөлләнә. Беҙ һуҡырҙар ойошмаһы төҙөгән йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡанбыҙ, әлеге ҡат китапханабыҙ өсөн проектланған. Туғыҙ ҡатты ла беҙҙең категорияға ҡараған уҡыусылар биләй, уларға бында төшөү бик уңайлы, - тип һөйләне Айгөл Әминева.

Диана Гурцкая башҡорт Брайль шрифын булдырыусы Мәкәрим Төхвәтшиндың, һуҡыр башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың мемориаль мөйөштәре менән танышты. Йырсы ҡабарынҡы-график һүрәтле брайль китаптарын баҫтырыу өсөн ҡулланылған технология һәм махсус ҡорамалдар, уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү системаһы тураһында белде.

Йырсыны китапханала даими экспонатта булған, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған күргәҙмә зоналары ҡыҙыҡһындырҙы.

«Нур» балалар үҙәгендә ҡунаҡтарға кескәй һуҡыр уҡыусылар өсөн тактиль китаптар һәм ҡала мөхите макеттары тәҡдим ителде. Диана Гудай ҡыҙы һорауҙар бирҙе, ошондай киңлектәрҙе уңайлы итеп ҡороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тауыш яҙҙырыу студияһында Диана Гурцкая «һөйләүсе» китаптар яҙҙырыу тураһында ентекләп һорашты. Уға иҫке брайль баҫмаларының тексын һанлаштырғанда брайль тексын таныу өсөн сканер күрһәтелде.

Экскурсиянан һуң Диана Гурцкая үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

- Минең Өфөлә тәүге осрашыуым китапханала үтте. Мине һәр ваҡыт китаптар илһамландыра, бер генә бит булһа ла китап уҡымаған көнөм юҡ. Бында күңел йылыһы һалынғаны тойола. Электрон китапхана ла бар, Брайль да, күргәҙмә макеттар ҙа – барыһы ла иҫәпкә алынып эшләнгән, ҙур хәстәрлек күренә. Бында, үҙәк китапханаға, 5 мең кеше килә. Был иһә кешеләрҙең китап уҡырға теләүе һәм яратыуы тураһында һөйләй. Эйе, хәҙер – төрлө технологиялар, компьютерҙар, интернет заманы, әммә китап уҡыу тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып ҡала.

Диана Гурцкая китапханаға ремонт эшләүҙәрен теләне һәм киләсәктә яңыртылған учреждениеның презентацияһына килергә вәғәҙә бирҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-11/zdes-vlozheny-dusha-i-serdtse-diana-gurtskaya-v-ufe-osmotrela-biblioteku-dlya-slepyh-3676148

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика