Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Февраль 2024, 10:30

Башҡортостанда фольклор коллективтары фестивале Ғаилә йылына арналды

Учалы мәғлүмәт үҙәге
Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге

Учалы филармонияһында Ғаилә йылына бағышланған «Етегән йондоҙ» фольклор коллективтарының асыҡ фестивале уҙҙы.

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурста балалар һәм өлкәндәр фольклор коллективтары, йыр фольклор ансамблдәре, ғаилә ансамблдәре үҙ һәләттәрен күрһәтте. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан йәмғеһе 16 коллектив ҡатнашты.

Балалар коллективтары араһында гран-приға Ахун ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе филиалының «Ынйыҡай» фольклор ансамбле лайыҡ булһа, өлкәндәр араһында «Хазина» халыҡ фольклор ансамбле еңеү яуланы. Ике ансамбль дә - Учалы районынан.

Проект милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, сағыу фольклор коллективтарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-06/v-bashkirii-festival-folklornyh-kollektivov-posvyatili-godu-semi-3633061

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас