13:48 (UTC+5), 29 Ғинуар 2024

Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуға баһа бирҙе

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы 26 ғинуарҙа яҙыусылар менән осрашыу хаҡында иҫкә төшөрҙө. Осрашыуҙа тотош республиканан 60-ҡа яҡын әҙәбиәтсе — шағирҙар, яҙыусылар, драматургтар ҡатнашты.

— Матур осрашыу булды. Яҙыусылар йәмғиәттең торошон сағылдыра. Унда бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр, беҙҙең эште тәнҡитләү һүҙҙәре лә яңғыраны. Килешелгәнде тормошҡа ашырырға һәм уларға ҡолаҡ һалырға кәрәк, — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ул яҙыусыларҙың халыҡ менән осрашыуын ойоштороу тураһында уйларға ҡушты.

- Улар халыҡ менән аралашырға теләй. Хәҙер һүҙ оло мәғәнәгә эйә. Шуға күрә ошо хаҡта уйлашығыҙ, элек СССР, БАССР-ҙың Яҙыусылар  союзы йөрөгән кеүек, уларҙың һәр береһе әҙер, - тине Башҡортостан Башлығы.

Яҙыусыларға махсус хәрби операция барышын (геройҙарҙы, тыл эшсәндәрен, ирекмәндәр һәм башҡалар) яҡтыртыу өсөн дәүләт заказы бирелде, тип билдәләне Радий Хәбиров. «Башинформ» яҙыусылар өсөн республика Башлығы гранттарын 10 миллион һумға арттырыуҙары хаҡында ла яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-29/radiy-habirov-dal-otsenku-vstreche-s-pisatelyami-bashkirii-3620963

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика