Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2023, 15:40

Баймаҡта «Бөйрәкәй» романы буйынса спектаклдең премьераһы булды

Руслан Юлтаев - М.Ғафури исемендәге драма театрының матбуғат хеҙмәте
Фото: Руслан Юлтаев - М.Ғафури исемендәге драма театрының матбуғат хеҙмәте

20 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә китап уҡыусыларҙың яратҡан «Бөйрәкәй» романы буйынса спектаклдең премьераһы үтте. Роман-эпопеяның авторы — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, сәхнәләштереү өҫтөндә Айрат Абушахманов эшләгән.

— Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының күптәнге традицияһы буйынса тәүге тамашаны авторҙың йәки геройҙың тыуған төйәгендә ойошторҙолар. Былтыр беҙ «Ҡыҙыл паша» спектакленең яңыса ҡуйылышын төп герой Кәрим Хәкимовтың тыуған яғында — Бишбүләк районында күрһәттек, был юлы иһә Таңсулпан Ғарипованың билдәле роман-пенталогияһы буйынса «Бөрйәнкәй» спектакленең премьераһын тәҡдим иттек», - тине театрҙың баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Айрат Абушахманов инсценировканы Ангиза Ишбулдина менән берлектә эшләгән. Рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Рәмис Хәкимов, хореограф — Алина Мостаева, рәссам-яҡтыртыусы — Илшат Сәйәхов. Спектаклдә артистар Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, Гөлназ Хайсарова, Зилиә Ситдиҡова, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Тәнзилә Хисамова, Алмас Әмиров, Гүзәл Маликова, Алһыу Бәхтиева, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Артур Кәбиров, Зиләрә Юлтаева, Айҙар Шәмсетдинов, Линар Баитов, Айнур Ғәбитов, Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева ҡатнаша. Спектаклдә балалар ролдәрен актерҙарҙың ҡыҙҙары һәм улдары — Самира Ҡоланбаева, Рамаҙан Ғәлимов, Алтынай Урманшина уйнай.

Спектакль Өфө тамашасыларына киләһе йылдың башында күрһәтелә. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-22/v-bashkirii-premieru-po-romanu-burenushka-pokazali-na-maloy-rodine-avtora-3577917

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас