Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Декабрь 2023, 12:03

Элвин Грей үҙенең ижадын һөйөүселәргә Олег Газманов менән төшкән фотоһын күрһәтте

Башҡорт эстрадаһы йондоҙо Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) социаль селтәрҙәге сәхифәһенә Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән төшкән фотоһын һалған.

«Бөгөн бына шундай ҡыҙыҡлы осрашыу булды, нисек уйлайһығыҙ, был нимәне аңлата? Варианттарығыҙ бармы», - тип яҙған артист.

Ике артист музыкаль студияға оҡшаған бүлмәлә төшкән. Элвин Грей Олег Газманов менән бергә трек сығарырға әҙерләнәлер йәки уның йырын һатып алғандыр, тигән комментарийҙар ҡалдырған яҡташыбыҙҙың ижадын һөйөүселәр. 

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә йырсы Гөлназ Асаеваға радионың халыҡ артисы исемен биреүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-21/artist-iz-bashkirii-elvin-grey-zaintrigoval-poklonnikov-foto-s-olegom-gazmanovym-3576547

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: