06:34 (UTC+5), 11 Декабря 2023

Өфөлә йырсы Гөлназ Асаеваға радионың халыҡ артисы исеме бирелде

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә Гөлназ Асаеваға радионың халыҡ артисы исеме бирелде. Тауыш биреү «Юлдаш» радиоһының социаль селтәрҙәрендә барҙы. Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған халыҡ рейтингында был исемгә ике йырсы — Гүзәл Аҫылбаева һәм Гөлназ Асаева дәғүә итте. Гөлназ 54 процент тауыш йыйып, еңеү яуланы.

Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы «ЮлдашХит» йыр фестиваленә йомғаҡ яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған йыр-моң байрамында популяр йырҙар яңғыраны, һәр айҙың хит-парады еңеүселәре билдәләнде, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бүләкләнде, төрлө бүләктәр уйнатылды, «Теге өсәү» — Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Айбулат Сисәнбаев концертты күңелле итеп барҙы.

Быйыл йыр фестивале халыҡ-ара кимәлгә сыҡты — Ҡаҙағстандан һәм Ҡытайҙан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән башҡарыусылар сығыш яһаны. Астана ҡунағы, Рахмадиев исемендәге Ҡаҙаҡ академия филармонияһы солисы Акимхан Маженов ҡаҙаҡса ла, башҡортса ла йырланы. Уға диплом менән бергә иҫтәлеккә башҡорт бүреген бүләк иттеләр. Ә Ҡытайҙан килгән Динь Ян ҡурайға һәм баянға ҡушылып башҡорт халыҡ йыры «Сыңрау торна»ны башҡарҙы. Уның сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Динь Ян «Урал батыр» эпосы менән бүләкләнде.

Сәхнәлә шулай уҡ уҡытыусылар һәм уларҙың уҡыусылары, атайҙары һәм балалары, тотош ғаиләләр йырланы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһыбалов һәм уның атаһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһыбаловтың дуэты бик тулҡынландырғыс булды. Профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин менән бергә Салауат Низаметдиновтың «Күҙ нурым» хитын йырлап ишеттерҙе. 

Ә Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, уларҙың улы Кәрим, ҡыҙы Гөлназ Асаева һәм уның тормош иптәше Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) «Моңло ғаилә» исемен яуланы.

Радио республика музыка индустрияһының иң сағыу вәкилдәрен дә билдәләне. Еңеүселәр һигеҙ номинацияла иғлан ителде. Улар — Башҡортостандың йыр мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән шағирҙар һәм композиторҙар, блогерҙар һәм аранжировкалаусылар, ансамблдәр һәм йәш башҡарыусылар, уҡытыусылар, легендар шәхестәр.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева — йыл шағиры, Ризуан Хәкимов — йыл композиторы, Миләүшә Мортазина һәм Фәрзәнә Сәғитова — йыл педагогтары, Ғәлинур Юламанов йыл аранжировкалаусыһы тип танылды.

Билдәле музыканттар һәм педагогтар — ҡурайсы Азат Айытҡоловты һәм баянсы Миңләхмәт Ғәйнетдиновты ла легенда тип билдәләнеләр. Йыл блогеры исемен Учалынан Булат Пирғәлин алды.

Фестивалдә классик сәнғәт минуттары ла булды. Йырсы һәм флейтасы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың улы Даян Динәхмәтов виолончелдә Бах музыкаһын ишеттерҙе. 

Концерт Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) һәм Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың дуэты менән тамамланды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-10/v-ufe-gulnaz-asaevoy-vruchili-titul-narodnogo-artista-radio-3559282

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика