

27 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Сеулда Азия моделдәре араһында Miss Asia Awards-2023 модель премия-конкурсы үткәрелә. Рәсәйҙән унда Өфө моделе, моделдәр мәктәбе директоры һәм проекттар кураторы, «Мисс Республика-2018» исемен яулаған Эльмира Шәйехова сығыш яһай.
- Был матурлыҡ конкурсы түгел, ә Азия моделдәре араһында конкурс-премия. Проекттың төп маҡсаты - ҡатнашҡан һәр илдә Корея косметика брендтарының амбассадорҙарын билдәләү, - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Luna Models моделдәр агентлығында. - Башта беҙ Башҡортостандан ғариза биргәйнек. Әммә ойоштороусылар Рәсәй исеменән сығыш яһауыбыҙҙы һорағас, шатланып ризалаштыҡ.
Бынан алдараҡ «Башинформ» башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехованың Global Model of the World конкурсында беренсе вице-мисс исемен алыуы хаҡында яҙғайны.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.