16–18 августа Бөрйән районында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең 25-се юбилей конкурсының йомғаҡлау этабы үтәсәк.
«Башинформ»ға төбәк мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурс төбәк-ара сара статусын алды. Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙан тыш, конкурста Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән балалар бәйге тотасаҡ.
Конкурс ике турҙа үтә:
1-се тур — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү; зона этаптары еңеүселәре һәм призёрҙары — балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша (57 кеше);
2-се тур — «Урал батыр» һәм башҡорт халҡының башҡа эпик риүәйәттәре буйынса инсценировкалар; 19 муниципаль райондан һәм 3 ҡала округынан 25 фольклор коллективы ҡатнаша.
18 августа «Шүлгәнташ» тарихи-музей комплексында конкурсты ябыу тантанаһы, ярыш еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү сараһы үтә.
Конкурс барышы менән «Мир родного языка» /«Туған тел донъяһы» порталында танышырға мөмкин.
Автор: Лейла Аралбаева