Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
12:18 (UTC+5), 08 Июня 2023

Ғәскәров исемендәге ансамбль Сочиҙа Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырҙы

Фото: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәте
Альмира Давлетбаева

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Сочиҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивалендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырҙы.

7 июндә Сочиҙа Евразия иҡтисади союзы саммиты сиктәрендә Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Евразия халыҡтарының мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале уҙҙы. Уны «Росконцерт» учреждениеһы ойошторҙо.

Фестивалдә Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Рәсәйҙең данлыҡлы милли коллективтары сығыш яһаны. Йыр-бейеү коллективтары һәр илдең үҙенсәлекле мәҙәниәте менән бәйле иң яҡшы концерт номерҙарын күрһәтте.

«Был һоҡланғыс ижади осрашыу булды, төрлө илдәрҙән коллективтар килгәйне. Ошондай күләмле саралар ойошторорға ярҙам иткән Росконцертҡа һәм Мәҙәниәт министрлығына ҙур рәхмәт», - тип билдәләне Сочи башлығы урынбаҫары Елена Канюк.

Рәсәй исеменән фестивалдә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, М.Е. Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры һәм Адыгеяның «Нальмэс» дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.

Ғәскәровсылар фестивалдә Рәсәйҙә йәшәгән өс халыҡтың - коряктарҙың, алтайҙарҙың һәм башҡорттарҙың мәҙәниәте менән таныштырҙы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға коллективтың матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-08/ansambl-imeni-gaskarova-predstavil-kulturu-narodov-rossii-na-festivale-kultury-i-iskusstv-v-sochi-3292883

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика