Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июнь 2023, 16:59

Яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың ейәнсәре Башопера музейына яңы экспонаттар бүләк итте

Наилә Юлтыева башҡорт балетының художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова менән
Наилә Юлтыева башҡорт балетының художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова менән

Башҡорт опера һәм балет театрына билдәле яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың ейәнсәре, күренекле балерина, педагог һәм хореограф Нинель Юлтыеваның туғаны Наилә Юлтыева килде. Санкт-Петербург ҡунағы республиканың баш ҡалаһында уҙған «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә лә ҡатнашты.

Башопераның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул театр музейына яңы экспонаттар: Нинель Юлтыеваның 1942 йылдың 4 ғинуарындағы Башҡорт дәүләт берләшкән академия драма һәм опера театрҙарына инеү таныҡлығы, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәровтың уға яҙған хатын ҡалдырҙы. Бүләк ителгән әйберҙәр араһында архив фотолары ла бар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, апрелдә Наилә Таң ҡыҙы Өфөгә олатаһы, башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 130 йыллығына килгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-01/vnuchka-pisatelya-dauta-yultyya-podarila-muzeyu-bashopery-novye-eksponaty-3284034

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: