Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Март 2023, 11:17

Өфөлә Беларусь һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнө айҡанлы концерт була

1 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Белоруссия һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнө уңайынан тантаналы концерт була. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙина хәбәр итте.

Беларусь һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнө йыл һайын 2 апрелдә билдәләнә. 1996 йылдың тап ошо көнөндә ике дәүләттең президенттары «Рәсәй һәм Беларусь Берләшмәһен ойоштороу тураһында» килешеүгә ҡул ҡуйған.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында Белоруссия тарихи-мәҙәни үҙәгенең Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы фондтарынан экспонаттар тәҡдим ителә. Экспозиция рус һәм белорус халыҡтарының бай мәҙәни мираҫын, уларҙың географик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә бер-береһенә яҡын булыуын күрһәтә. Шулай уҡ был сарала Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Рәсәй һәм Беларусь: дөйөм тарих, дөйөм яҙмыш» тигән китаптар күргәҙмәһен ойоштора, унда Башҡортостан белорустарының тарихы, мәҙәниәте, фольклоры буйынса китаптар, башҡорт фронтовик-яҙыусыларының Белоруссияла нәшер ителгән китаптары ҡуйыла.

Концерт көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана, инеү ирекле.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-31/v-ufe-proydet-kontsert-ko-dnyu-edineniya-narodov-belarusi-i-rossii-3199030

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: