Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2023, 11:55

Өфөлә күренекле опера йырсыһы Мәғәфүрә Сәлиғәскәроваға мемориаль таҡтаташ асыла

Өфөлә мәшһүр опера йырсыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы Сәлиғәскәроваға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы була.

Күп йылдар театрҙа эшләү осоронда Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова Петр Чайковский, Николай Римский-Корсаков, Джузеппе Верди, Александр Бородин, Жорж Бизе операларында, илебеҙ һәм милли композиторҙар спектаклдәрендә 60-тан ашыу төрлө пландағы образдар тыуҙырған. Башҡорт авторҙары операларында партияларҙы тәүге башҡарыусы. Йырсының репертуарында Антон Рубинштейн, Петр Чайковский һәм Камил Сенс-Санстың әҫәрҙәре, Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин һәм башҡа композиторҙарҙың ариялары һәм романстары, шулай уҡ рус, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бар ине.

Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова Советтар Союзы буйлап гастролдәрҙә йөрөгән, «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ булған.

Башҡорт операһы легендаһының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тантана 27 мартта — Халыҡ-ара театр көнөндә көндөҙгө сәғәт 2-лә Ленин урамындағы 21-се йортта уҙа.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-23/v-ufe-otkroyut-memorialnuyu-dosku-legendarnoy-opernoy-pevitse-magafure-saligaskarovoy-3188908

Читайте нас: