Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәреү өсөн текстар конкурсының башланыуын иғлан итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурсҡа өс йүнәлеш буйынса текстар ҡабул ителә:
- башҡортса иркен аралашҡандар өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
- башҡорт телен өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.
Тексты bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрелгә төнгө сәғәт 11-гә тиклем ебәрергә кәрәк.
Һәр йүнәлеш буйынса ойоштороу комитеты еңеүсене билдәләй, улар өсөн 5 мең һумлыҡ бүләктәр ҡаралған.