Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2023, 11:37

Республикала «Науруз» байрамын билдәләнеләр

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы
Фото:Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы

Башҡортостанда 19 мартта яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә торған «Науруз» байрамын билдәләнеләр, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Мәҙәниәт министрлығынан. Байрам «Евразия» агропаркында уҙҙы, унда милли диаспора вәкилдәре һәм билдәле артистар сығыш яһаны.

Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар күргәҙмәләрҙе, тематик ихаталарҙы һәм тирмәләрҙе, армрестлинг, гер һәм тоҡ күтәреү буйынса спорт ярыштарын, шулай уҡ интерактив майҙансыҡтарҙы ҡараны.

«Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт йәшәй, һәр байрамды бергә билдәләйбеҙ — рустар, башҡорттар, татарҙар һәм башҡалар. Байрамдар беҙҙе берләштерә, күңелгә изгелек орлоҡтары сәсә. Киләсәк быуындар ҙа 10, 50, 100 йылдан һуң донъяны яҡшыраҡ итеү өсөн бергә йыйылыр тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Ханов.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Науруз — күп кенә халыҡтарҙың 21 мартта яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшеүе менән бәйле боронғо календарь байрамдарҙың береһе. Республикала ул 2000 йылдан билдәләнә. «Науруз» һүҙе фарсы теленән «яңы көн» тип тәржемә ителә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-20/v-bashkirii-otmetili-prazdnik-vesennego-ravnodenstviya-navruz-3183386

Читайте нас: