Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2023, 12:24

Башҡортостанда балерина Тамара Хоҙайбирҙинаның 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәле башҡорт балеринаһы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указға ярашлы, республикала ойоштороу комитеты төҙөлдө, уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләй. Ойоштороу комитеты алдында юбилей сараларын әҙерлек планын раҫлау бурысы тора. Был маҡсаттарға сығымдар бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслана.

Тамара Хоҙайбирҙина (1923-1998) — балерина, дәүләт эшмәкәре һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Тамара Хоҙайбирҙинаның 95 йыллығына уның хаҡында хәтирәләр китабы баҫылып сығыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-20/v-bashkirii-sozdan-orgkomitet-po-podgotovke-k-100-letnemu-yubileyu-baleriny-tamary-hudayberdinoy-3183617

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: