Стәрлетамаҡта 23 декабрҙә Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн алдан теркәлергә кәрәк. Парад сәғәт 4-тә Карл Маркс урамындағы Ҡыш бабай йортонан башлана. Иң ҡыҙыҡлы образдар өсөн ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр бар, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.
Йәш сикләүе 6+.