Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь , 10:45

18 ноябрҙә Асҡын ауылында «Кесе ватаным – Атайсал» форумдар циклы башлана

18 ноябрҙә Асҡын ауылының район мәҙәниәт йортонда «Кесе ватаным – Атайсал» муниципаль форумдары циклына старт бирелә. Беренсе муниципаль форумда Асҡын районы халҡынан тыш, Балтас, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Салауат һәм Тәтешле райондары вәкилдәре ҡатнаша.

«Кесе ватаным — Атайсал» форумы —  йәштәрҙең ошо райондарҙа тыуып үҫкән яҡташтары, «Атайсал» проектында ҡатнашыусылар менән осрашыу майҙансығы ул.

Проект республика Башлығының Гранттар фонды булышлығында тормошҡа ашырыла. Осрашыуҙың эшлекле өлөшөндә түңәрәк өҫтәлдәр, йәштәр өсөн секциялар, «Тамыр» телестудияһынан оҫталыҡ дәресе, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн страт-сессия, «Атайсал» фекер алышыу майҙансығы ҡаралған.

Форум көндө район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге — үҙебеҙ етештерәбеҙ!» күргәҙмә-сауҙаһы ойошторола, үҙәк мәсеттә ҡорбан салыу йолаһы үткәрелә, ә кисен сәнғәт оҫталарының концерты була.

Сараны ойоштороусы лар: Асҡын районы хакимиәте, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, «Мираҫ» йәштәр башланғыстарына ярҙам фонды, Башҡортостан Республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа ойошмалар. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-14/18-noyabrya-v-sele-askino-budet-dan-start-tsiklu-zonalnyh-forumov-moya-malaya-rodina-ataysal-3029303

Читайте нас в