Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 13:00

Өфөлә легендар актриса Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе була

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының күренекле актрисаһы үҙенең юбилейын билдәләргә йыйына. Әлеге ваҡытта 28 октябрҙәге кисәгә әҙерлек бара.

Кисәнең режиссеры — Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы — Динара Ҡәйүмова.

— Актрисаның тормош юлына байҡау яһағандан һуң, тәбрикләү һүҙҙәре, музыкаль номерҙар көтөлә. Нурия Исхаҡ ҡыҙы ла бер нисә йыр башҡарыр тип өмөтләнәбеҙ, — ти Динара Ҡәйүмова.

Нурия Ирсаева — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына алына. 1987 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡып сыға.

Әлеге ваҡытта актрисаны «Бәхет хаҡы», «Ҡара йөҙҙәр», «Йософ һәм Зөләйха», «Сыңғыҙхандың аҡ болото», «Ҡыҙ урлау» һәм башҡа спектаклдәрҙә күрергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 октябрҙә Башҡорт драма театрының тағы бер танылған актеры, Нурия Ирсаеваның сәхнәләге партнеры, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың юбилей кисәһе уҙа.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-30/v-ufe-proydet-yubileynyy-vecher-legendarnoy-aktrisy-nurii-irsaevoy-2971663

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: