10:42 (UTC+5), 10 Августа 2022

Бөрйән районында Алдар батырға мемориаль комплекс асылды

Фото: vk.com/gazizmanapov
Ләйсән Әкимбәтова

Бөрйән районы Әтек ауылында билдәле башҡорт батыры, тархан, дәүләт эшмәкәре Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә стела асылды. Был хаҡта социаль селтәрҙә урындағы хакимиәт башлығы Ғәзиз Манапов хәбәр итте.

Алдар Иҫәкәев Бөрйән улусы старшинаһы булараҡ билдәле, Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуы менән шөғөлләнгән дипломат, Петр I заманында Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәттәре өсөн нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән тархан исемен алған.

«Ул үҙ халҡы өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған. Алдар батыр исеме беҙҙең рухты артабан да күтәрер, балаларыбыҙҙа ла илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләр  тип ышанам. Ошо изге эште башлап һәм атҡарып сыҡҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм. Илебеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ, халҡыбыҙ берҙәм булһын», — тип яҙҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, һәйкәл кенотаф — символик ҡәбер рәүешендә эшләнгән, сөнки батырҙы ерләнгән урыны билдәһеҙ.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-08-09/v-bashkirii-otkryli-memorialnyy-kompleks-aldar-batyru-2903328

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика