Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2022, 15:10

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы

Башҡортостан Башлығы указы менән юбилей йылында республикала ҙур мәҙәни саралар ойошторола.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәт
Фото:Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәт

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә…» тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Программа шағирҙың кадр артындағы тауышы менән асылды. Артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Артур Кәбиров, Руслан Хайсаров һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров шағирҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Тантаналы концертҡа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һәм республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килгәйне. Азат Шамил улы барыһын да республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте исеменән сәләмләне:

- Быйыл Рәми Ғариповтың исеме һәм уның шиғырҙары йыш яңғырай. Күптән түгел «Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсы үтте. Ошондай кисәләр күберәк булһын ине. Беҙ Рәми Ғариповҡа арналған сараларҙы дауам итербеҙ, быйыл уның бер нисә китабын сығарырбыҙ. Иң мөһиме, режиссер Булат Йосопов төшөргән Рәми Ғарипов тураһында фильмдың сығыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Азат Бадранов халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнгән эшмәкәрҙәргә хөкүмәт наградаларын тапшырҙы, тип хәбәр итте Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Салауат районының Рәми Ғарипов музейы директоры Луиза Хәйретдинова, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты Гөлсәсәк Саламатова Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Композитор, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Нур Дауытов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Күп йылдар 1-се Башҡорт гимназия-интернаты директоры булып эшләгән Ильяс Вәлиев Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

Кисәлә шағирҙың ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнара Ғарипова (фортепиано) һәм ейәнсәре, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рәмилә Тимерғәзина (скрипка) сығыш яһаны.

Кисәлә тәүге тапҡыр Ғаяз Ғәйетбаев башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтов музыкаһына «Аға һыуҙар» йыры яңғыраны. Был йыр 1970 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылып сыҡҡан. Кисәнең тағы бер премьераһы — композитор һәм шағирҙың дуҫы Рафиҡ Сәлмәновтың Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина (фортепиано) һәм дирижер Камил Абдуллин етәкселегендәге Башҡортостандың Милли симфоник оркестры башҡарыуындағы «Рәми вальсы».

Программала Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм поэмалары, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Концертты Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле биҙәне.

Кисәгә килгән тамашасылар беренселәрҙән булып кинорежиссер Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге» фильмынан өҙөктәрҙе ҡараны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-26/v-ufe-sostoyalsya-literaturno-muzykalnyy-vecher-k-90-letiyu-narodnogo-poeta-bashkortostana-rami-garipova-2784383

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: