Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Декабрь 2021, 09:49

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең концерты хореограф Фая Гәрәеваның иҫтәлегенә арнала

17 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә ғәскәровсылар Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ансамблдең художество етәксеһе, хореограф Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәеваның иҫтәлегенә арналған концерт менән сығыш яһай.

Фая Гәрәева — бар ғүмерен Башҡортостандың бейеү сәнғәтенә бағышлаған сағыу һәм талантлы бейеүсе. Ансамбль менән бөтә донъяны урап сыға, башҡорт бейеүенең данын төрлө илдәргә тарата. Фая Сәхип ҡыҙы Ғәскәровтың мираҫын һаҡлауға, бер нисә онотолған бейеү композицияһын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. Концертта Фая Гәрәева ҡуйған «Ҡыр ҡаҙҙары» хореографик поэмаһы күрһәтелә.

Концерт программаһында — Ғәскәров мираҫының алтын фондындағы бейеүҙәр: «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һәм башҡалар. Концерттың икенсе өлөшөндә донъя халыҡтары бейеүҙәре башҡарыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүҙе раҫлаған QR-код менән генә инергә мөмкин.

Читайте нас: